JA slide show

Рейтинг:  5 / 5

Звезда активнаЗвезда активнаЗвезда активнаЗвезда активнаЗвезда активна
 

Артур Дәүләтбәков: "Интернет сифатлы материал бирә алмай""Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының медиа үҙәгендә мөһим тема - милли матбуғаттың үҫешенә ҡамасаулаған күренештәр, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүгә арналған конференция ойошторолдо. Директор-баш мөхәррирҙәр, журналистар, яуаплы сәркәтиптәр, "Я ПАТРИОТ" һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында үткән ҡыҙыу бәхәс барышында баҫмаларҙың уҡыусылары һаны кәмеүе, уларҙа нисек итеп милли матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.

Хәйер, республикабыҙ буйынса дөйөм тираж күрһәткесе кәмеһә лә, 2017 йылға яҙылыусылары артып килеп инеүсе гәзиттәр ҙә юҡ түгел. Әммә ундайҙарҙың һаны - бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына. Тимәк, борсолорға урын бар. Тимәк, тираж туплау, халыҡ менән бәйләнеш күперен бығаса тотоп торған уңышлы алымдарҙы яңыртып, бөгөнгө көн шарттарына тап килмәһә - яңыларын уйлап табып эш итеү зарур. Һөйләшеү барышында үткән йылдың аҙағында тиражы өс мең данаға артып ун меңгә яҡынлашҡан "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков:

"Һуңғы ваҡытта яҙылыусылар төшөнә башланы - Интернет уларға сифатлы материал бирә алмай. Моғайын, халыҡтың уҡып өйрәнгән матбуғат сараларына киренән ҡайтыуы ла шуның менән аңлатылалыр", - тине. Ысынлап та, Интернет селтәрендә киң танылыу яулаған электрон матбуғат сараларының уңышлы эшен бөгөн, сайттарына инеп сыҡҡан ҡулланыусылар һаны менән генә баһалау дөрөҫ эш түгелдер. Сөнки алымдары бер ҡалыпҡа ҡайтып ҡала башланы. Йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә күпләп "йөрөгән" социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрҙә матур һүрәт, ҡысҡырыулы атама һалалар, ә мәҡәләне сайтҡа үтеп уҡыйым тиһәң - ике һөйләм, күп осраҡта, журналистың фекер йөрөтөү ҡеүәте лә һай, әлбиттә.
Быларҙың барыһы ла - уҡыусы менән милли матбуғат баҫмалары араһында булған проблемаларҙың бер өлөшө генә. Киләсәктә лә "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһында үткән кеүек ике яҡ өсөн дә файҙалы һөйләшеүҙәрҙең даими ойошторолоп тороуы яҡшыға ғына булыр ине.

 


"Я ПАТРИОТ" йәмәғәт ойошмаһының матбуғат хеҙмәте.

Добавить комментарий


Защитный код
Обновить

КОНТАКТЫ

Республика Башкортостан,
г.Уфа, Проспект Октября, 85/2
Тел. +7 (347) 266-77-76
E-mail: yapatriotrb@yandex.ru
На карте: >>> Открыть карту


Информация о деятельности РОО ГПВ «Я ПАТРИОТ» РБ.


"Бессмертный полк". Башкортостан.


Генеральный партнеры

ОХРАННОЕ ПРЕДПРИЯТИЕ
ООО ЧОП "ТАЙПАН" 


ТИПОГРАФИЯ-РЕКЛАМНОЕ АГЕНТСТВО

Типография-Рекламное агентство "ФрешФормат".


Официальный партнеры

Российская Ассоциация Героев  Управление ФСКН России по Республике Башкортостан

ПОЛНЫЙ СПИСОК >>>


Владимир Владимирович Путин, Президент Российской Федерации
 
"Патриотизм –  это и есть национальная идея. И другой объединяющей  идеи, кроме патриотизма, быть не может!"
В.В. Путин

Посмотреть видео выступления

 

Конкурсы и акции
partners
Герои моей Отчизны!
 

Перевести/Translate

Голосование

Как вы относитесь к деятельности гражданско-патриотических организаций?

***Присоединяйтесь!***

"Я ПАТРИОТ" РБ в Вконтакте!"Я ПАТРИОТ" РБ в Ок!
ОффКанал "Я ПАТРИОТ" РБ в Ютуб!"Я ПАТРИОТ" РБ в Фейсбуке!
Рейтинг@Mail.ru

Яндекс.Метрика

Наши координаты

Российская Федерация, 450094
Республика Башкортостан, 
г.Уфа, Пр.Октября, 85/2
Тел.: +7(347)266-77-76
E-mail:
 
 Земной шар - наш общий дом!
 

Правовая информация.

© Все права защищены. РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" Республики Башкортостан. При перепечатке или цитировании (полном или частичном) ссылка на источник обязательна. Для Интернет изданий прямая активная гиперссылка обязательна. Все сообщения РОО ГПВ "Я ПАТРИОТ" Республики Башкортостан предназначены для пользователей старше 18 лет.