Работа лауреата конкурса республиканского ежегодного открытого интернет-конкурса «Мой край родной, заветный!», посвященного Дню Республики и Году экологии.
Халҡыбыҙҙың уникаль ҡомартҡыһы - Торатауҙа үткәргән төн
Эңер. Ҡояш байырға самалы ғына ваҡыт ҡалған. Олатайым: «Бына, улым, һин дә егет ҡорона индең инде. Туғыҙынсы класҡа бараһың” , - тип арҡамдан һаран ғына һөйөп алды. Нескә хистәрен күрһәтергә яратмай ул. Күңелендәге барлыҡ һағышты ла, шатлыҡты ла йырға, моңға, йә булмаһа әкиәт, риүәйәттәргә һалып кисерә. Күңелең болоҡһоу булһа, ташып барған йөрәкте тик бейеклек һәм моң баҫа ала, ти ул. Бына бөгөн дә, мине Ишембай яҡтарына - башҡорт кадет мәктәбенә оҙата килгәндә, олатайым Башҡортостанда ғына түгел, бөтә Ер шарында берҙән-бер булған, тәбиғәтебеҙҙең уникаль ҡомартҡыһы – Шихандарҙа туҡталмайынса китә алманы.
Олатайым менән Торатауҙың иң башында ултырабыҙ. Уның һырҙарында, аҡ сәстәрендә байып барған ҡояш нурҙары сағыла. Беҙ бөгөн кисте ошо Торатау тауында ҡаршы алырға йыйынабыҙ. Бороңғоса, баш аҫтына кәпәсте, өҫкә бишмәтте генә ябынып, таң ҡаршылаясаҡбыҙ. Мин арлы-бирле тамаҡҡа ҡарағансы, олатайым, ҡартлыҡ томалаған күҙҙәрен офоҡҡа төбәп, үҙенең фәһемле әкиәтен башлап та ебәрҙе....
{jcomments on}Борон-борон заманда, әле ошо Торатау торған ерҙә, ҙур океан булған, ти. Был океан батшаһы – Һыухандың дүрт уландары -Торатау батыр, Ҡуштау батыр, Йөрәктау батыр һәм иң кесеһе –Шахтау икән. Улар бик дуҫ һәм дәртле тормош күргәндәр. Һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙып торғандар, ти. Ләкин бер көндө уларҙың иленә Аждаһа ырыуы баҫып кергән. Улар бер өрөү менән Һыухандың биләмәләрен утҡа әйләндергәндәр. Тиң булмаған алышта, дүрт батыр Аждаһаны берҙәмлеге, татыулығы менән еңә алған. Ләкин Һыухандың иле ҡороған, океан янында көн күргән халыҡтар ҡоролоҡтан зарыға башлаған, ти. Океан төбө кибеп, ундағы йоҡлап ятҡан ен-пәрейҙәр уяна башлаған. Көн дә үлем, көн дә ер тетрәүҙәре халыҡты меҫкен көнгә төшөрә башлаған. Мал-тыуарҙы, кешеләрҙе ер йота, ут ҡамай икән был ерҙә. Дүрт туған ни эшләргә белмәй баш ватҡан сағында, Һыухан, кешеләрҙе ҡотҡарам тип, үҙен халыҡҡа ҡорбан иткән: юрматы ырыуын йотоу ниәтендә асылған ер араһына аты менән һикергән. Дейеү һәм Аждаһалар иленә тоташҡан, йәһәннәм упҡыны шул уҡ ваҡытта кире ябылған,ти. Һыухан менән уның толпары юғалған ерҙә, төпһөҙ күл барлыҡҡа килгән. Был күлде әлеге ваҡытта Туғарсалған тип йөрөтәләр, улым.
Аталарының батырҙарса һәләк булыуын күргән батырҙар, ошо күл эргәһендә тороп, ант иткәндәр,ти : “Беҙ торған еребеҙҙә таш булып ҡатырбыҙ! Үҙебеҙҙең көслө иңдәребеҙҙә был ерҙе тетрәүҙәрҙән, ут-ялҡындан һаҡларбыҙ. Ер кендеге булып, был халыҡҡа тыныс йәшәү бүләк итербеҙ! Беҙ ҙә, атай, һинең кеүек үҙебеҙҙе ошо илгә, ошо юрматы халҡына мәңгелеккә ҡорбан итәбеҙ!”.
Ант итеүҙәре булған , дүрт батыр дүрт тауға әйләнгән дә ҡуйған,ти. Ошо көндән алып, беҙҙең тыуған еребеҙҙә бер ҙә тәбиғәт афәттәре күҙәтелмәгән. Беҙҙең халыҡ йылҡысылыҡ менән көн итеп, бик бай, мул тормош көтә башлаған. Тап ошо дүрт батыр беҙҙе бөтә бәләләрҙән һаҡлай бит ул, улым... Тик бына.... Әҙәм заттарының күңеленә үтеп ингән, аждаһалар иң кеселәрен - Шахтауҙы шартлаталар. Ул өнһөҙ генә күҙҙән юғала. Оҙаҡҡа барырмы икән тәбиғәтебеҙҙең мөғжизәләре...
Олатайым һүҙен әйтеп еткермәһә лә, мин барыһын да аңланым инде. Төн дә ҡапыл үҙгәреп киткәндәй төҫлө. Ҡараңғылыҡта иҫкән ел миңә Торатау, Ҡуштау, Йөрәктауҙың ыңғырашҡанын килтереп еткергәндәй тойолдо. Бөтә тирә-яҡ, аждаһалар нәҫеле ҡулынан вафат булған иң кесе батырҙы – Шиханды иҫкә алып мәдхийә уҡығандай.
Башҡортостандыҡы ғына түгел, бөтә Ер шарында башҡаса осрамаған ошо шихандар, бөгөн төндә ыңғыраша ине. Бигерәк тә Торатау, Шахтау ҡустыһын иҫкә алып, зарыға төҫлө. Әллә ул да әжәлдең яҡынлашҡанын һиҙәме икән? Һыухандың улдары шулай бер-бер артлы аждаһалар ҡулына эләгә башлаһа, беҙҙең Башҡортостаныдыҙҙы тағы ла афәттәр баҫмаҫмы икән? Туғарсалған күле асыуынан ярҙарынан сыҡһа, ер убылһа, ялҡын йотһа, кем беҙҙе ҡурсалар?
Ошо уйҙар менән, баш аҫтына кәпәс, өҫкә бишмәт ябынып ятҡан, олатайым янына ултырғайным, ойоп киткәнмен. Төшөмдә ҡамсат бүрек кейгән, бер тибеүҙә тимер өҙөрлөк башҡорт батыры Торатау башында әллә оран әйтә, әллә йыназа уҡый: